1. Родителям
  2. Новости
  3. Международный диктант по башкирскому языку.

Международный диктант по башкирскому языку.

Апрель 17, 2026 Просмотров: 14
 Бөгөн  беҙҙең мәктәптә лә  башҡорт теленән халыҡ-ара диктант яҙыу акцияһы ойошторолдо. Был сарала беҙ бик теләп ҡатнаштыҡ. Уҡыусылар, уҡытыусылар ғына түгел, мәктәп хеҙмәткәрҙәре, ветеран-уҡытыусылар ҙа диктант яҙыуға ихлас ҡушылды. Сараның милли кейем көнө менән тап килеүе тағы ла күркәмерәк кәйеф, мәртәбә өҫтәне. 
     Был акция Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәҙәниәт министрлығы, Башҡорт телен үҫтереү һәм яҡлау фонды, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан йыл һайын ойошторола. Диктанттың маҡсаты — башҡорт теленә һөйөү, ҡыҙыҡһыныу уятыу, туған телде өйрәнеүгә киң йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тел мәҙәниәтен үҫтереү. 
      Сарала ҡатнашыусылар бик ҡыҙыҡһынып диктантты яҙҙылар, үҙҙәренең белемдәрен һынап ҡаранылар, матур итеп аралашып, яҡшы кәйеф менән таралыштылар. 
#МеждународныйДиктантПоБашкирскомуЯзыку
#БашҡортТеленәнХалыҡ_араДиктант
#ДеньНациональнойОдежды
#МиллиКейемКөнө